Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Декабрь 2022, 23:30

“Спорт – йәшәү нормаһы” ярҙам итә

Башҡортостанда төбәк проекты нисек тормошҡа ашырыла?

“Спорт – йәшәү нормаһы” ярҙам итә
“Спорт – йәшәү нормаһы” ярҙам итә

Республикала “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты уңышлы эшләп килә. Быйыл уны тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 53,3 миллион һум йәлеп итеү ҡаралған. Шул иҫәптән финанслау бөгөн 97,5 процент тәшкил иткән дә инде.

Был хаҡта республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов хәбәр итә. Етәксе бөгөн ошо тема буйынса Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡатнашты.

Әйтеп кителгән суммаға олимпия резервындағы өс мәктәпкә бокс, теннис, биатлон менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамал һатып алынған да инде. Бынан тыш, ГТО тапшырыу өсөн ете спорт майҙансығы ҡоролған, буласаҡ олимпиада чемпиондарын тәрбиәләүсе ете ойошмаға ярҙам күрһәтелгән.

Әле спорт объекттары төҙөү һәм нығытыу буйынса эштәр проект сиктәрендә дауам итә.

Һүрәттә: “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылған “аҡыллы” спорт майҙансығы.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

“Спорт – йәшәү нормаһы” ярҙам итә
“Спорт – йәшәү нормаһы” ярҙам итә
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в