Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:
"Курорттарға ихтыяж буйынса Башҡортостан бөгөн Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер булып тора һәм Рәсәйҙә 5-се урынды биләй. Ағымдағы йылдың ун айында республиканан 200 меңдән ашыу граждан шифахана-курорт ойошмалары хеҙмәтен алған.
Тәбиғәт парктарына 205 мең самаһы кеше килгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 50 процентҡа күберәк.
Беҙҙең республика менән ун ай эсендә бөтәһе 1,6 миллион турист танышҡан. 11,6 миллиард һум түләүле хеҙмәт күрһәтелгән; үҫеш — 26,9 процент. Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында өсөнсө урында торабыҙ. Төбәктең туристик индустрияһы өсөн ағымдағы йылды уңышлы тип һанарға мөмкин.
Туризмдың башҡа төрҙәрен үҫтереү, яңы йәлеп итеү нөктәләре, инфраструктура булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла.
Бөгөн Башҡортостанда 14 тау саңғыһы курорты әүҙем ял итеү миҙгелен асты. Уларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек буйынса техник тикшереү үткән, канат юлдары эшенә рөхсәт алған. Саңғысыларҙы, сноубордсыларҙы төрлө ҡатмарлылыҡ һәм оҙонлоҡтағы 57 трассала ярыштар, төрлө саралар көтә.
Республика халҡына, ҡунаҡтарына әүҙем ял, сағыу тәьҫораттар теләйбеҙ!"
Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.