Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта бөгөн иртән социаль селтәрҙә үҙенең фотоһүрәте менән уртаҡлашты. Етәксе һүҙҙәренсә, ул хатта һыуыҡ көндәрҙә лә йылға буйында йүгереүҙе ташламай.
«Уҡшыҡта минус 35, ләкин йүгереүҙән баш тартманым. Барығыҙға ла хәйерле иртә!» - тип яҙған ул.
Бынан алда «Башинформ» кисә төндә Белорет районының Үткәл ауылында һауа температураһының минус 39 градус булыуы тураһында хәбәр иткәйне. Бынан тыш, Белорет районының Сосновка ауылында ла бөгөн иртән ныҡ һалҡын булған, унда термометр бағанаһы -41 градусҡа тиклем төшкән.
Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа бөгөн һауа торошо нисек?
Фото: "Башинформ".