Тхэквондоға нигеҙ һалғандарҙың береһе Чхве Хон Хиҙан “Был ниндәй спорт төрө?” тип һорағандар. Ул ошо спорт төрөнөң көслө көрәш техникаһы ғына түгел, йәшәү культы, рәүеше тип аңлатҡан. Был Корея көрәш сәнғәтенең төп принциптары – юғары рухилыҡ, намыҫ, маҡсатлылыҡ, сыҙамлылыҡ.
Был спорт төрөндә лә республикабыҙ спортсылары даими алдынғы урындарҙы яулай. Күптән түгел Асҡар Һөйөндөков “Russia Open-2022” халыҡ-ара турнирҙа чемпион исемен яуланы. Өҫтәүенә, командабыҙ дүрт миҙалға лайыҡ булды, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Өлкән йәштәгеләр араһында Данил Ишбирҙин икенсе урынға сыҡты. 12 – 14 йәшлек ҡыҙҙар араһында Камила менән Самира Саҙретдиновалар бронза миҙал яуланы.
Мәскәү өлкәһендә үткәрелгән ярыштарҙа 17 ил – Рәсәй, Беларусь, Сербия, Һиндостан, Пакистан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Бразилия, Гонконг, Мали һәм башҡалар вәкилдәре үҙ көсөн һынап ҡараны.
Айһылыу НИЗАМОВА