Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ат спорты үҫешә. Был – һөйөнөслө күренеш, сөнки элек-электән башҡорттарҙа елдәй һыбай елдереү егетлек билдәһе, ғорурлыҡ һаналған. Әле лә шулай: был спорт төрөн үҙ иткәндәр һоҡланыу уятмай ҡалмай.
“Терра Башҡортостан” турнирының үткәрелеүе – үҙе бер ҡыуаныс. Уның маҡсаты – республика райондарында йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү кимәлен күтәреү арҡылы башҡорт аттары генофондын барлыҡҡа килтереү һәм арттырыу. Халҡым ҡото булған аттар иһә сыҙамлы, аҡыллы булыуы менән айырыла. Бынан тыш, ошондай саралар ярҙамында милли йолалар һаҡлана һәм сәләмәт тормош алып барыу пропагандалана.
Ат ярыштарын үҙ иткән спортсыларыбыҙ ҙа ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшә. Мәҫәлән, быйыл йәй беренсе тапҡыр һыбай килеш көрәш буйынса турнир ойошторолдо. Был сара Татарстанда билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты ваҡытында үткәрелде. Ошо үҙенсәлекле сағыу ярышта 90 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә яҡташыбыҙ Ғәлим Яуынбаев чемпион исемен яуланы. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Әбйәлил районы командаһы (тренеры – Салауат Баһаув) спортсыһы көсөргәнешле финалда Ҡырғыҙстан егетен еңде!
Күптән түгел билдәле спортсы, донъя кубогы этаптары еңеүсеһе, халыҡ-ара спорт мастеры Ольга Данилова Силәбе өлкәһе губернаторы кубогын яуланы, конкур буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының абсолют беренселегендә өсөнсө урынды яуланы. Әйткәндәй, ул спорт мәктәбендә лә эшләргә, ярыштарҙа сығыш яһарға һәм еңергә лә өлгөрә.
Белгестәр әйтеүенсә, һәр спорт төрө үҫеше сараларҙы даими үткәреүҙән башлана. Декабрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында конкур буйынса ярыштарҙың үткәрелеүе көтөлә.
Айһылыу НИЗАМОВА