Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Декабрь 2022, 17:27

Спорттың был төрө менән ейәне шөғөлләнә

vk.com/ireksagitov
Фото: vk.com/ireksagitov

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй команда ярыштары булды.

Ошо сара айҡанлы Баш­ҡорт­ос­тан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сә­хифәһендә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте: “Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй команда ярышында ҡатна­шыу­сыларҙы тәбрикләнем. Быйыл илдең һигеҙ төбәгенән 64 спорт­сы ҡатнаша. Был ярыш республикабыҙ өсөн йолаға әүерелеп бара. Уның үҙенсә­леге – республикалағы легендар кеше, ғәҙеллек һәм хоҡуҡ тәртибе өсөн көрәшеүсе Артур Фәрүәз улы иҫтәлегенә булыуында. 2018 йылда тап уның ярҙамында Өфөлә “Динамо” дзюдо-самбо клубы асылды. Хәҙер спорттың был төрө менән уның ейәне шөғөлләнә.

Һуңғы йылдарҙа Өфө күп тапҡыр ҙур спорт саралары аренаһы булды. Улар ара­һында спорт көрәше, билбаулы көрәш, көрәш һәм, әлбиттә, дзюдо бар. Бөгөн Баш­ҡортостандың 29 ҡалаһында һәм районында 3800-ҙән ашыу кеше дзюдо менән шөғөлләнә. 

Дзюдо – спорттың матур төрө. Ул физик көстө генә арттырмай, шулай уҡ үҙеңде ҡулға алырға, сыҙамлылыҡҡа өйрәтә, ныҡлыҡ һәм үҙеңә ышаныс тәрбиәләй. Әлеге турнир барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле сараға әйләнер, тамашасыларҙы сағыу алыштар һәм матур еңеүҙәр менән ҡыуандырыр, тип ышанам”.

Быйылғы ярыштарҙа, был­тырғыһы менән сағыштыр­ған­да, күберәк спортсылар ҡат­наш­ты. Башҡортостан ҡыҙҙары өсөнсө урынды Һамар өлкәһе вәкилдәре менән уртаҡлашты. Икенсе урынды Татарстан спортсылары яуланы, беренсе баҫҡысҡа иһә Пермь крайы вәкилдәре күтәрелде. Егеттәр араһындағы ярыштарға кил­гәндә, Башҡортостан спортсылары финалға сыҡты һәм унда күрше Татарстан вәкилдәре менән осрашты. Тик уңыш күршеләргә йылмайҙы.

Финал ярыштары алдынан дзюдо менән шөғөлләнгән йәш спортсыларға лайыҡлы бил­бау­ҙарҙы тапшырыу танта­на­һында Артур Фәрүәз улы Әх­мәт­хановтың ейәненең булыуы айырыуса тулҡынландырғыс күренеш ине. Ул башҡа спортсылар менән бергә олатаһы асҡан клубта шөғөлләнә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас