Туризм өлкәһендәге эштәр араһында “Russian Event Awards 2022” мәртәбәле премияһы лауреаттары билдәләнде. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан дүрт проект бар.
Быйыл Стәрлетамаҡта “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале гөрләп уҙҙы. Тарихи стилдәге сарала төрлө ҡул эштәре оҫталары ҡатнашты. Илебеҙҙең башҡа төбәктәренән дә оҫталар бар ине. Ул саҡта Радий Фәрит улы: “Бындай сараны һәр ҡала һәм район үткәрергә тейеш”, – тип билдәләгәйне. Тап ошо проект мәртәбәле премияның бер еңеүсеһе тип табылды ла инде (“Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы турист сараһы” номинацияһында).
Ысынлап та, Башҡортостанда ҡул эштәрен, халыҡ йолаларын тергеҙеү буйынса бихисап саралар үтә. Шуларҙың бер нисәһе “Russian Event Awards 2022” мәртәбәле премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан туризм үҫеше үҙәге (“Иң яҡшы төбәк турист сараһы ойоштороусы” рубрикаһында), Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған Атлы Еңеү Парады (“Иң яҡшы турист сараһы идеяһы”) һәм “Апимондия” умартасылар халыҡ-ара федерацияһы конгресы (“Ковид-19 сәбәпле үткәрелмәй ҡалған иң яҡшы турист проекты”) еңеп сыҡты.
Әйткәндәй, Башҡортостандан финалға йәмғеһе 38 проект сыҡҡан, шуларҙың 18-е төрлө награда алған. Жюри йәмғеһе 62 төбәктән 600 проектты уңышлы тип билдәләгән. Төрлө номинацияла шулай уҡ “Башҡорт аты”, “100 велосипедсы көнө”, “Ваҡыт йылғаһы”, “Евразия йөрәге” проекттары ла ҙур баһаға лайыҡ булған.
– Бындай һөҙөмтәгә беренсе тапҡыр өлгәштек. Был еңеү – һәр район һәм ҡалала үҙенә генә йәки урынға хас турист сараһы булдырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эштең һөҙөмтәһе. Еңеүселәрҙең барыһын да ҡотлайым һәм бөтә проекттарҙы атҡарып сығыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров.
- Рәмил МАНСУРОВ