Башҡортостан тәбиғәте ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуға республикабыҙҙың ял итергә килергә теләүселәр күп булған төбәктәр исемлегенә инеүе ғәжәп түгел.
Радий Хәбиров "Вместе: РФ" телеканалы эфирында ла ошо турала белдерҙе. Уның әйтеүенсә, иҡтисадта был йүнәлеште үҫтереү өсөн уникаль мөмкинлектәр бар.
"Ковид, махсус хәрби операция кеүек ваҡиғаларға бәйле коллегаларыма “туристар ағымын эләктереү өсөн бындай мөмкинлек булмаясаҡ, уны ҡулланып ҡалырға кәрәк” тинем. Кешеләр тәбиғәтебеҙгә ҙурыраҡ иғтибар бүлә башланы. Элек Көнбайыш ҡалаларының урамдарын яҡшыраҡ белә инек. Хәҙер үҙебеҙҙәге матурлыҡты күреп белеү ваҡыты етте. Ләкин бының өсөн күп эшләргә кәрәк буласаҡ. Һуңғы осорҙа был йүнәлештә алға киттек, төрлө туристик конкурстарҙа призлы урындар яулайбыҙ. Беҙҙең потенциал ҙур. Башҡортостан – асыҡ һауа аҫтындағы тотош этнография музейы. Халыҡ беҙгә ҡыҙыҡһынып килә", - тине республика етәксеһе.
Фото: "Башинформ".