Яңы йыл каникулдарын һәр кем, бигерәк тә балалар көтөп ала. Ошо йәһәттән республиканың Спорт министрлығы был көндәрҙә буласаҡ спорт саралары теҙмәһен баҫтырҙы.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың хәбәр итеүенсә, 1 ғинуарҙа 2023 метрға вәғәҙәләр биреп йүгерәсәктәр.
2 ғинуарҙа ихаталар командалары араһында шайбалы хоккей буйынса турнир үткәрелә.
3 ғинуарҙа барыһын да Ғаилә старттары көнөнә саҡыралар.
4 ғинуарҙа саңғы ярыштары, 5-ендә - “ҡарҙа футбол”, 6-һында – күмәкләп конькиҙа уҙыштар, 7-һендә - Раштыуа ғаилә ярыштары һәм 8 ғинуарҙа ҡышҡы күпбәйге көнө ойошторола.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.