15 – 19 декабрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә XVIII Халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы үткәрелә. Был сара Рәсәй спортындағы ҙур ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ, ул Рәсәй Спорт министрлығының Берҙәм календарына индерелгән.
Әйткәндәй, был форум бер нисә тапҡыр Президент гранттары, Башҡортостан Башлығы һәм республиканың Спорт министрлығы фондтары конкурсында еңеүсе булды. Ул сәләмәт тормош алып барыуға, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә, Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелгән.
22 спорт төрө - айкидо, билбаулы көрәш, кикбоксинг, комбат үҙ-үҙеңде яҡлауы, спорт контакт каратэһы, страйкол, тай боксы, ушу, киокушин, кендо, капоэйра һәм башҡалар буйынса ярыштарҙа еңеүселәр асыҡланасаҡ, тип хәбәр ителде Рәсәй Көрәш сәнғәте союзының Башҡортостан буйынса филиалында үткәрелгән матбуғат конференцияһында. Унда республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, шулай уҡ үрҙә әйтеп үтелгән спорт төрҙәре федерациялары етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты.
Форумда Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән өс меңдән ашыу спортсы үҙ көсөн һынар, Өфө спорт үҙәгенә әйләнер, тип көтөлә.
Рәсәй Көрәш сәнғәте буйынса союзының Башҡортостан буйынса филиалы башҡарма директоры Александр Сосниндың белдереүенсә, элек бындай ярыштарҙа АҠШ, Европа спортсылары ҡатнашҡан, тик изге урын буш тормай, халыҡ-ара йәмәғәтселектә ҡатмарлыҡтар булһа ла, сарала Евразия илдәре вәкилдәре үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, шулай уҡ Африка илдәренән спортсылар ҡатнаша.
Матбуғат сараһында әйтелеүенсә, сараның төп маҡсаты – үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, туған мәҙәниәт аша уларҙа еңеүгә ихтыяр көсөн тәрбиәләү.
“Рәсәй Көрәш сәнғәте союзы Башҡортостан буйынса филиалының ирекле отряды әле Гудерместа Рәсәй көрәш сәнғәте союзы башҡарма директоры Рәмил Ғәббәсов етәкселегендә хәрби әҙерлек үтә. Улар форумда ҡатнашыусыларҙы хәрби әҙерлек урынынан сәләмләйәсәк, – тине Александр Соснин. – Беҙ махсус операциянан ситтә тороп ҡала алмайбыҙ, күп кенә тәрбиәләнеүселәребеҙ әле хәрби бурыстарҙы үтәй”.
Автор фотоһы.