

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
"Бер нисә айырма табып ҡарағыҙ. Ҡайһы саҡта республикабыҙ өсөн мөһим объекттар булдырыу тарихын һала барасаҡмын.
Һулда - генерал Шайморатовҡа һәйкәл колоннадаһының төҙөлә башлағын мәле. Уңда – шундай уҡ колонналар. Ләкин улар төҙөлөү өҫтөндә булған Көрәш һарайын уратҡан колоннадалар. Был беҙҙең спортсы егеттәр өсөн мөһим объект.
Р.S. Минең эргәмдә - билдәле спортсы Михаил Мамиашвили, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты. Беҙҙең спорт үҙәге ниндәй булырға тейешлеге йәһәтенән әйткән мөһим кәңәштәре өсөн уға рәхмәт", - тип яҙҙы республика етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.