Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Декабрь 2022, 20:00

Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?

Радий Хәбиров менән Михаил Мамиашвили ундағы эш барышы менән танышты.

Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?
Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?

15 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили республикалағы ҙур спорт объекттарының береһе - Көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды.

Унда шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры Георгий Брюсов һәм ирекле көрәш буйынса Олимпия уйындары призеры Валерия Коблова ҡатнашты.

Радий Хәбиров был күләмле проектҡа 2019 йылдың авгусында старт биргәйне. Быйыл декабрь башына объектҡа нигеҙ ҡороу тамамланған һәм беренсе ҡат төҙөлә башлаған. Барлыҡ эштәр раҫланған график буйынса алып барыла.

28,3 мең квадрат метр майҙанға тиң биш ҡатлы үҙәктә ярыш өсөн залдар, күнекмә базаһы, спорт мәктәбе, фитнес-үҙәк, ҡунаҡхана, медицина һәм спа-комплекстар, дөйөм туҡланыу урындары буласаҡ. Яңы объектта бер юлы 200 кеше шөғөлләнә ала. Ә төп спорт залы 3,4 мең тамашасыны һыйҙырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Көрәш һарайын 2024 йылдың яҙына төҙөп бөтөү планлаштырыла. "Был бик ҡатмарлы ҡоролма. Уны матур, рацональ итеп эшләргә тырышасаҡбыҙ. Һәр һалынған аҡса йәш быуын өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырырға тейеш", – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: