Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың Ленин районындағы фехтование үҙәген төҙөү майҙанын ҡараны. Бында буласаҡ спорт объекты нигеҙен һынап ҡарау өсөн свай ҡағылды.
Фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылдың авгусында Токиолағы XXXII йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары, рапирасылар Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин менән осрашыуҙан һуң ҡабул иткәйне.
Төҙөлөштө башлап ебәреү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, фехтование буйынса Олимпия чемпиондары Софья Великая, Софья Позднякова һәм Тимур Сафин ҡатнашты. Улар яңы объект төҙөлә башланыуы хөрмәтенә ҡуйылған символик ташҡа рапираны һалды.
Башҡортостан Башлығы был ваҡиға тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы.
"Өфөнөң Затон биҫтәһендә төҙөү планлаштырылған фехтование үҙәге ошо символик рапиранан башланасаҡ. Был һарай – Башҡортостанға бик күп миҙал килтергән фехтование оҫталарына, олимпиясыларға рәхмәт йөҙөнән булдырыла. Беҙҙә матур йола бар – ҙур спорт объекттарын бөйөк спортсыларҙың исемдәре менән атайбыҙ. Был үҙәк РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, үкенескә, былтыр арабыҙҙан киткән Рәмил Исмәғил улы Әйүповтың исемен йөрөтәсәк. Ул турала ҡарарҙы бер тауыштан ҡабул иттек. Бында мотлаҡ Рәсәй спорты данын арттырыр яңы чемпиондар тәрбиәләйәсәкбеҙ", - тиелә яҙмала.
Фото Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.