Бөгөн Өфөлә биатлон буйынса Рәсәйҙең PARI Кубогы-2022/23 ярыштарының дүртенсе этабы башлана. Сәғәт 11-ҙән ир-егеттәрҙең шәхси ярыштарының тура трансляцияһын “Матч ТВ”, “Матч! Арена”, "Матч! Планета” каналдарында ҡарай алаһығыҙ.
Старт-лист:
- Михаил Бурундуков
- Евгений Гараничев
- Матвей Елисеев
- Кирилл Бажин
- Дмитрий Иванов
- Роман Сурнев
- Дмитрий Абашев
- Иван Колотов
- Рөстәм Ҡәйүмов
- Илназ Мөхәмәтйәнов
- Петр Пащенко
- Роман Еремин
- Ярослав Костюков
- Кирилл Стрельцов
- Никита Поршнев
- Антон Бабиков
- Максим Цветков
- Вячеслав Малеев
- Александр Поварницын
- Василий Томшин
- Карим Халили
- Александр Корнев
- Евгений Сидоров
- Алексей Вагин
- Александр Логинов
- Михаил Первушин
- Андрей Вьюхин
- Эдуард Латипов һәм башҡалар.
Эдуард Латипов, Александр Логинов, Кәрим Хәлили, Антон Бабиков, Максим Цветков, Матвей Елисеев... Рәсәй кубогына ярыштар бик ҡыҙыу булмаҡсы. Тап ошо һәм башҡалар хаҡында Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтыру комплексында үткәрелгән матбуғат конференцияһында әйтелде. Унда Рәсәй Биатлонсылар союзының башҡарма директоры Александр Пак, Рәсәй Биатлонсылар союзы техник комитеты рәйесе Вадим Мелихов, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, биатлон буйынса Олимпия резервы әҙерлеге мәктәбе директоры Виктор Никитин, быйылғы Олимпия уйындарында өс тапҡыр призлы урын яулаған Эдуард Латипов ҡатнашты.