Яҡынлашып килгән 2023 йылда фитнес һәм спорт өсөн быйыл тотонолған аҡсаға һалым ҡайтармаһын алырға мөмкин. Өҫтәүенә был сумманы үҙеңә генә түгел, 18 йәшкә тиклемге балаларға ла юлларға була.
Шулай итеп, 120 мең һумға тиклемге спорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн аҡса тотоп алып ҡалына. Был ҡайтарманың максималь суммаһы – 15,6 мең һум. Граждандарҙың фитнес-клубтарға һатып алған абонемент йәки башҡа спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре хаҡының 13 процентын кире юллау мөмкинлеге бар, тик быға рәсми эш хаҡы алғандар ғына дәғүә итә. Ошо өҫтөнлөккә эйә булырға теләгәндәр легаль клубтарға бара һәм мотлаҡ килешеү төҙөй. Һөҙөмтәлә йүнселдәр ҙә клиенттарҙы юғалтмау өсөн спорт эшҡыуарлығын теркәргә һәм алынған килем өсөн һалым түләргә тырыша. Был Рәсәйҙә һәм республикала спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр һанын арттырыуға булышлыҡ итә.
Һалым ҡайтармаһы Спорт министрлығының махсус исемлегенә индерелгән спорт клубтарындағы дәрестәр өсөн генә бирелә. Ошо ведомство исемлегендә булған клубҡа абонемент һатып алғанһығыҙ икән, тимәк, һеҙгә һалым ҡайтармаһы тейеш.
Һалым ташламаһын ике ысул менән кире ҡайтарырға мөмкин. Беренсеһе: nalog.ru сайтындағы шәхси кабинетта “Ҡайтарма алырға” тигән бүлектә ғариза һәм клуб менән төҙөлгән килешеү сканын беркетеп. Түләүҙәр 2023 йылдан башлана.
Икенсе ысул: һалым ҡайтармаһын эш биреүсе аша ла юлларға мөмкин. Бының өсөн nalog.ru сайтында ҡайтарма алыуға хоҡуғыңды раҫлау тураһында ғариза бирергә кәрәк. 30 көн эсендә һалым инспекцияһы һеҙҙең эш биреүсегә ошо хаҡта хәбәр итә.
Социаль льготаға документтарҙы өс йыл эсендә тапшырырға кәрәк. Мәҫәлән, быйыл абонемент һатып алһағыҙ, Федераль һалым хеҙмәтенә ғаризаны 2023, 2024 йәки 2025 йылдарҙа бирергә мөмкин.
Рәсәй Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, киләһе йылда, 2022 йыл менән сағыштырғанда, хеҙмәттәре өсөн социаль һалым ҡайтармаһын алып булырлыҡ спорт ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙар һаны 15 процентҡа, 3872 ойошманан 4403-кә тиклем, артырға мөмкин. “Күп кенә төбәктәрҙә исемлеккә ингән спорт ойошмаларының һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Был хәл бигерәк тә Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Мәскәү өлкәһендә һәм Краснодар крайында билдәләнә. Төбәктәрҙең әүҙемлеген хуплайбыҙ, сөнки маҡсатыбыҙ – Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең барыһының да спорт менән шөғөлләнә алыуын тәьмин итеү. Был – граждандарҙа сәләмәт ғәҙәттәрҙе барлыҡҡа килтереүгә етди стимул бирәсәк ҙур һәм мөһим хеҙмәт”, – тип белдерҙе Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин.
Әйткәндәй, йыл һайын 1 октябргә тиклем үрҙә әйтелгән исемлеккә инеү өсөн ғаризалар йыйыла. Документтар ойошма йәки шәхси эшҡыуар эшмәкәрлеген алып барған төбәктең физик культура һәм спорт өлкәһендәге башҡарма власть органына тапшырыла. 1 ноябргә тиклем физкультура һәм сәләмәтләндереү хеҙмәттәрен күрһәткән ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар исемлеге туплана һәм Рәсәйҙең Спорт министрлығына ебәрелә. 1 декабргә тиклем иһә Рәсәй Спорт министрлығы ойошмалар исемлеген раҫлай һәм уны ведомствоның рәсми сайтында урынлаштыра.
Айһылыу НИЗАМОВА