Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Декабрь 2022, 13:47

Беҙҙе ниндәй саралар көтә?

photocentra.ru
Фото:photocentra.ru

Яңы йыл каникулдарын һәр кем, бигерәк тә балалар көтөп ала. Ошо йәһәттән республиканың Спорт министрлығы был көндәрҙә буласаҡ спорт саралары теҙмәһен баҫтырҙы.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, 1 ғинуарҙа 2023 метрға киләсәккә яҡты ниәттәр ҡуйып йүгереү уҙғарыла.

2 ғинуарҙа ихаталар командалары араһында шайбалы хоккей буйынса турнир үткәрелә.

3 ғинуарҙа барыһын да Ғаилә старттары көнөнә саҡыралар.

4 ғинуарҙа саңғы ярыштары, 5-ендә – “ҡарҙа футбол”, 6-һында – күмәкләп конькиҙа уҙыштар, 7-һендә – Раштыуа ғаилә ярыштары һәм 8 ғинуарҙа ҡышҡы күпбәйге көнө ойошторола.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: