15 – 19 декабрҙә Рәсәй спортындағы ҙур ваҡиғаларҙың береһе булған һәм ил Спорт министрлығының Берҙәм календарына индерелгән сара үткәрелә. Шулай итеп, Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә XVIII Халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы бара.
22 спорт төрө – айкидо, билбаулы көрәш, кикбоксинг, комбат үҙ-үҙеңде яҡлауы, спорт контакт каратэһы, страйкол, тай боксы, ушу, киокушин, кендо, капоэйра һәм башҡалар буйынса ярыштарҙа еңеүселәр асыҡланасаҡ, тип хәбәр ителде Рәсәй Көрәш сәнғәте союзының Башҡортостан буйынса филиалында үткәрелгән матбуғат конференцияһында. Унда республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, шулай уҡ үрҙә әйтеп үтелгән спорт төрҙәре федерациялары етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты.
Рәсәй Көрәш сәнғәте союзының Башҡортостан буйынса филиалы башҡарма директоры Александр Сосниндың белдереүенсә, элек бындай ярыштарҙа АҠШ, Европа спортсылары ҡатнашҡан, тик изге урын буш тормай, халыҡ-ара йәмәғәтселектә ҡатмарлыҡтар булһа ла, сарала Евразия илдәре вәкилдәре үҙ көсөн һынап ҡарай. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, шулай уҡ Африка илдәренән спортсылар ҡатнаша.
Матбуғат сараһында әйтелеүенсә, төп маҡсат – үҫеп килгән быуында туған мәҙәниәт аша еңеүгә ихтыяр көсө, илһөйәрлек тәрбиәләү.
“Рәсәй Көрәш сәнғәте союзы Башҡортостан буйынса филиалының ирекле отряды әле Гудерместа Рәсәй көрәш сәнғәте союзы башҡарма директоры Рәмил Ғәббәсов етәкселегендә хәрби әҙерлек үтә. Улар форумда ҡатнашыусыларҙы хәрби әҙерлек урынынан сәләмләйәсәк, – тине Александр Соснин. – Беҙ махсус операциянан ситтә тороп ҡала алмайбыҙ, күп кенә тәрбиәләнеүселәребеҙ әле хәрби бурыстарҙы үтәй”.
Айһылыу НИЗАМОВА