Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Африкалағы иң бейек тау булған Килиманджаро түбәһенә (5895 метр) менеп етте. Үҙе әйтеүенсә, был һынау уға бик ауырға тура килгән, шулай уҡ бер аҙ сирләп тә алды. Әммә маҡсатлы, һынмаҫ рухлы яҡташыбыҙ бирешмәне.
Кисә иһә ул ғаиләһе янына ҡайтып етте.
Аҡ рауза гөлләмәләре тотҡан Рөстәм фатирына ҡайтып инә. Балалары йоҡлай. Ә өҫтәлдә - аталарын кистән үк көткән ҡыҙҙарының үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткалары, Индираһының һөйөү тулы хаты. "Ҡотлайбыҙ, яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ" тигән һүҙҙәрҙе уҡып, ҡыҙҙарын һөйөп, Индираһын ҡосаҡлаған Рөстәм Нәбиев менән бергә ҡыуанаһың, видеояҙмаларҙы ҡарап. Ошондай бәхетле минуттарҙан һуң ул йәнә яңы бейеклектәр яуларға дәртләнәлер.
Матур ғаиләгә бәхет, уңыштар теләйбеҙ!
Фото һәм видео: Рөстәм Нәбиевтең телеграм-каналы.