Республиканың йөрәгендә - түҙемһеҙлек менән көтөп алынған сара. Ысын тамаша, иң ысын хис-тойғолар бында, Өфөлә, Спорт әҙерлеге үҙәгендә!
Башҡортостан — Рәсәйҙең алдынғы спорт төбәктәренең береһе. Өфө бер нисә тапҡыр халыҡ-ара конкурстарҙы ҡунаҡсыл ҡаршы алды һәм быйыл да шулай уҡ.
Форумда Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән һәм Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Белоруссия, Көньяҡ Осетия, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан илдәренән 3000-дән ашыу спортсы, шулай уҡ Һиндостан, Африка илдәре вәкилдәре ҡатнаша.
Сараны ойоштороусылар: Рәсәй Спорт министрлығы, Рәсәй хәрби сәнғәте союзы, Башҡортостан Спорт министрлығы.
Быйыл Халыҡ-ара хәрби сәнғәттәр форумы Башҡортостан Спорт министрлығы гранты нигеҙендә үтә.
XVIII Халыҡ-ара хәрби сәнғәт форумында ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы һәм ойоштороусыларҙы Рәсәй хәрби сәнғәте союзы рәйестәре Сергей Владиленович Кириенко һәм Юрий Петрович Трутнев тәбрикләне. Рәсәй спорт министры Олег Матыцин, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Свищев, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының депутат корпусы вәкилдәре, күренекле спортсылар ҙа сәләмдәрен ебәрҙе.
Форум сиктәрендә ярыштар, фестиваль программалары, оҫталыҡ дәрестәре һәм хәрби сәнғәттең, милли спорттың 22 төрө - адаптив тхэквондо, айкидо, билбау көрәше, Көнсығыш хәрби сәнғәте, бөтә стилдәге карате, капоэйра, кендо, кикбоксинг, киокушин, коши-карате, мас-көрәш, бысаҡ менән көрәш, страйкбол, тай боксы, тхэквондо ГТФ, тхэквондо ITF, универсаль көрәш һ.б. буйынса семинарҙар үтте.
Фото: республика Хөкүмәте.