Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Декабрь 2022, 13:46

Ҙур биатлон барыһын да йәнә бергә тупланы

15 декабрҙә Өфөлә биатлон буйынса Рәсәйҙең PARI Кубогы-2022/23 ярыштарының дүртенсе этабы башланды. Уҙыштарҙың тура трансляцияһын “Матч ТВ”, “Матч! Арена”, “Матч! Планета” каналдарында ҡарай алаһығыҙ.

Эдуард Латипов, Александр Логинов, Кәрим Хәлили, Антон Бабиков, Максим Цветков, Матвей Елисеев... Бына ошондай исемдәре тотош донъяға таныш спортсылар ҡатнашҡан Рәсәй кубогына ярыштар бик ҡыҙыу бара. Тап ошо һәм башҡалар хаҡында Өфөләге “Биатлон” спорт-һа­уыҡтырыу комплексында үткә­рел­гән матбуғат конференция­һында әйтелде. Унда Рәсәй биатлонсылары башҡарма директоры Александр Пак, Рәсәй Биатлонсылар союзы техник комитеты рәйесе Вадим Мелихов, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, биатлон буйынса Олимпия резервы әҙерлеге мәктәбе директоры Виктор Никитин, быйылғы Олимпия уйындарында өс тапҡыр приз­лы урын яулаған Эдуард Латипов ҡатнашты.

Шулай итеп, Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу ком­плексындағы ярыштарҙа иң көс­лө спортсылар асыҡла­насаҡ. Шулай итеп, яңы уҙыш­тар яңы исемдәрҙе асасаҡ, сөнки спорт туҡталып ҡалыуҙы “үҙһенмәй”, ныҡышмалдарҙы, сәмселдәрҙе һәм маҡсат­лыларҙы ғына “ярата”.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: