“Салауат ерендә” гәзите күптәрҙе таң ҡалдырған “супер” спортсы ҡыҙ менән таныштырған. Һәр йәһәттән дә өлгөр, алдынғы, универсаль спортсы Гөлнур Нафиҡова Янғантау урта мәктәбенең 11 класында уҡый. Ул мәктәп командаһының футбол, баскетбол, волейбол, лапта, өҫтәл теннисы, еңел атлетика, саңғы уҙышы буйынса алыштырғыһыҙ лидеры. Гөлнур ике йыл рәттән физкультура буйынса мәктәп Олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүсеһе булды. Баскетбол, мини-футбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, лапта буйынса республика финал ярыштарында чемпион һәм призер исемдәрен яуланы.
Яҡташтары һәләтле ҡыҙҙың уңыштарына шатланып, еңеүҙәре менән ғорурланып, уға уңыштар теләй, баҫалҡы, аҡыллы булып үҫеүенә, наградалары күплегенә һоҡлана. ”Нисек уҡырға, дәрестәргә әҙерләнергә өлгөрәһең, Гөлнур?” тип һораусылар ҙа юҡ түгел.
Фото:”Салауат ерендә” гәзите.