Күптән түгел яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең Африкалағы иң бейеге булған Килиманджаро тауы түбәһенә (5895 метр) менеүе, был һынау бик ауырға тура килеүе, шулай уҡ бер аҙ сирләп алыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Ул Өфөгә ҡайтып, ғаиләһе янында оҙаҡлап ял итеп өлгөрмәгән, ә яңы сәйәхәткә сығырға иҫәп тота. Шуның өсөн блогер көн режимын яйға һалырға тырыша, күнекмәләрҙе лә онотмай.
Рөстәм Нәбиев әйтеүенсә, ғинуарҙа ул Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһен яуларға ниәтләй. Һүҙ Аргентинала урынлашҡан Аконкагуа түбәһе хаҡында бара. Әйткәндәй, һынмаҫ рухлы яҡташыбыҙға сит илдәрҙәге текә тау үрҙәрен генә түгел, хатта Өфөләге ҡайһы бер "бейеклектәр"ҙе лә яуларға тура килә. Мәҫәлән, яҡшы итеп таҙартылмаған ҡар өйөмдәрен.
Һәр саҡ үҙ маҡсатына ирешкән, хыялдарына хыянат итмәгән көслө рухлы яҡташыбыҙҙың сираттағы үрләйәсәк бейек тауҙары, һис шикһеҙ яуланыр, тип ышанабыҙ. Хәйерле юл!
Фото: Рөстәм Нәбиевтең телеграм-каналы.