Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Декабрь 2022, 22:30

Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды

Хәҙер көйәрмәндәр матч башланыр алдынан урамда тормаясаҡ.

Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды
Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Өфө-Арена"ла булып, донъялағы иң заманса инеү системаларының береһе мөмкинлектәре менән танышты.

Салауат Юлаев исемендәге хоккей клубының генераль директоры Ринат Бәширов әйтеүенсә, билет турникеттарының эксклюзив моделе Катарҙа үтәсәк донъя чемпионатына тип әҙерләнгән һәм тәүге тапҡыр Өфөлә, футбол буйынса төп турнир башланыуға ярты йыл ҡалғанда уҡ барлыҡҡа килгән. Яңы система тамашасыларҙы үткәреү мөмкинлектәрен һиҙелерлек арттыра, уларға аренаға сығыуҙы уңайлыраҡ итә. Хәҙер көйәрмәндәр матч башланыр алдынан урамда тормай, тиҙ генә үҙ урындарына үтә ала.

Заманса видеокүҙәтеүҙең яңы системаһы һәр көйәрмәнде иғтибарға алырға һәм кәрәк саҡта уны танырға мөмкинлек бирә. Әле "Өфө-Арена"ла 515 күҙәтеү камераһы бар, уларҙың һаны 315-кә артҡан.

Радий Хәбиров яңы инеү системаһы менән видеокүҙәтеүҙең мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы, ул ҙур саралар ваҡытында хәүефһеҙлек сараларының һөҙөмтәлелеген арттыра, тамашасыларға, көйәрмәндәргә уңайлылыҡ тыуҙыра, тип билдәләне.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды
Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды
Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды
Радий Хәбиров "Өфө Арена"ла булды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: