

Ғафури районының Бурлы ауылында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә арналған көрәш бәйгеһе үткәрелде. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуҙы пропагандалау, милли көрәште популярлаштырыу, үҫеп килгән йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған сарала Ҡарағай, Имәндәш, Йөҙимән мәктәптәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе көрәшселәре көс һынашты.
Бәйгегә үҙ көсөн һынап ҡарарға 50 көрәшсе килгән ине. Судьялар иртә менән бәйгеселәрҙең ауырлыҡ үлсәмдәрен алып, тантаналы өлөшкә тиклем турнирҙы башланы.Сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ғәлин, Фәрүәт Яҡуповтың бер туған һеңлеһе Фәрзәнә Ғибаҙуллина, Ф. Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбе директоры Руслан Тоҡомбәтов, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм был сараға битараф булмағандар ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Фәрүәт Яҡуповты ҙур хөрмәт менән иҫкә алды һәм уға төбәп күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙ сығышында: “Фәрүәт Абдулла улы – үҙ ауылының ғына түгел, райондың ғорурлығы. Ул Бурлы мәктәбендә уҡып, артабан хеҙмәт итеп, Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашып, бөгөн үҫеп килгән йәш быуын өсөн батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Шундай ул үҫтергәне өсөн атаһына рәхмәт. Киләсәгебеҙ һәйбәт булһын, ерҙә тыныслыҡ тантана итһен, һуғыштар булмаһын”, – тине. Геройҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғас, һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Артабан барыһы ла спорт залына үтте.
Көрәшселәр сафҡа баҫып, ярыш тантаналы шарттарҙа дауам итте. Мәртәбәле ҡунаҡтар келәмдә бил һынашҡан көрәшселәргә үҙ теләктәрен еткереп, фатиха бирҙе.
– Ағайымдың иҫтәлегенә шундай бәйге үткәреүселәргә һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт. Беҙҙең йәш араһы – биш йыл. Ул бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнде, хоккей уйнаны. Кеше тик-томалдан Герой булып китмәйҙер инде, уның өсөн бәләкәйҙән сынығып, спортты яратып үҫергә кәрәктер. Үҙегеҙҙән бәләкәйҙәрҙе, көсһөҙҙәрҙе яҡлағыҙ, һаҡлағыҙ. Һеҙ – илдең ышаныслы кешеләре, – тине Фәрүәт Яҡуповтың һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы. Иртән башланған көрәш бәйгеһе төштән һуңға ҡыҙыу төҫ алғайны. Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин ойоштороу эшен башҡарһа, секретарь-судья, судья-мәғлүмәтсе, келәмдәге судья-тренерҙар Альфред Мәүлетҡолов, Дамир Сәфиуллин, Динар Ноғайғолов, Азат Хәбибуллин келәмгә сығыусыларға дөрөҫ баһа биреп, ваҡытты күҙ уңынан ысҡындырмай, көрәш барышын ентекле күҙәтте. Сәмле ярыш йәш спортсыларыбыҙ, мәктәп уҡыусылары өсөн күнекмә алыу, егеттәрҙе бил нығытыуға этәреү, көстәрен һынап ҡарау, киләсәккә әҙерлек кимәлен күтәреү өсөн әһәмиәтле. Көрәште күҙәткән бик күптәр, шул иҫәптән фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов та был бәйгенән ҡәнәғәт булыуын белдереп: “Был юлы алға ынтылыш һәм үҫеш һиҙелә”, – тиеүе тренерҙарҙың да эшенә баһа кеүек. Шулай уҡ спорттың был төрөн үҙ итеүселәр араһында бер туғандарҙың, яҡын нәҫел-ҡәрҙәштәрҙең күп булыуы күҙгә салына. Яугилденән өс бер туған Нәзировтар, бер нәҫелдән Ислам Шәрипов, Рушан Шәрипов, Сыңғыҙ Зәйнетдинов, Тамирлан Ноғайғолов, Айгиз Мәхмүтов, Айгиз Бирҙеғолов, Рәмзил Кинйәбулатов һәм Динислам Табынғолов, Алмаз Дәүләтшинды атап китергә була. Ныҡлыҡ, ҡатҡыллыҡ, әҙерлек талап иткән ярыш тамамланып, һәр ауырлыҡта еңеүселәр грамота һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
- Әлфиә ВӘЛИЕВА
Ғафури районы