Башҡортостанда Ат спорты федерацияһы кубогына конкур буйынса ярыштар үткәрелде.
Ике көн буйы һыбайлылар 40-тан 130 сантиметрға тиклем бейеклектәге маршрутты үтте. Ә был махсус “ҡаршылыҡ”тарҙы курс-дизайнер Дмитрий Мазаев булдырған.
Бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Сираттағыһында Мәләүездән Анна Лукьянова “Дейвис” ҡушаматлы атында балалар араһында беренселекте яуланы. Уның тренеры – Наталья Петрова.
Халыҡ-ара спорт мастеры Ольга Данилова “Торонто” ҡушаматлы атында абсолют еңеүсе тип танылды. Ул өлкәндәр араһында үҙе генә маршруттарҙы үтә алды.
Был спорт төрө бик үҙенсәлекле. Уңышҡа ҡаҙаныу өсөн ат менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Ә бының өсөн йылдар буйы күнекмәләр үткәрергә кәрәк.
Айһылыу НИЗАМОВА