Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Декабрь 2022, 22:30

Матур йоланы дауам итеп...

Бокс буйынса республика универсиадаһы башланды.

Матур йоланы дауам итеп...
Матур йоланы дауам итеп...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бокс буйынса республика универсиадаһы башланыуы тураһында белдерҙе.

“Ғалим һәм педагог, РСФСР һәм БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Төхвәт Хәлим улы Аслаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бокс буйынса республика универсиадаһы башланды.

Баймаҡта Төхвәт Хәлим улы иҫтәлегенә уҙғарылған Бокс буйынса төбәк-ара турнир йолаһын дауам итеп, юғары уҡыу йорттары студенттары араһында тәүге тапҡыр Республика универсиадаһы уҙғарылыуы - ҡыуаныслы ваҡиға. Был спорт төрөнә йәштәрҙең күпләп йәлеп ителеүе бик шәп.

Бокс республикабыҙҙа ҙур танылыу яулаған. Үҙебеҙҙә йәш спортсыларҙы илһамландырлыҡ, уларға өлгө булырлыҡ чемпиондарыбыҙ бар. Бөгөнгө кеүек ярыштар яңы исемдәр асырға һәм буласаҡ спорт йондоҙҙарын ҡабыҙырға мөмкинлек бирә. Универсиада сағыу, матур алыштар, ә ҡатнашыусыларға еңеүҙәр һәм яңы ҡаҙаныштар бүләк итһен!” – тип яҙған Ирек Сәғитов.

Сығанаҡ: vk.com/ireksagitov

Фото: vk.com/ireksagitov

Матур йоланы дауам итеп...
Матур йоланы дауам итеп...
Матур йоланы дауам итеп...
Матур йоланы дауам итеп...
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: