Йәш быуынды рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә ныҡлы, илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә республикала атап киткән йүнәлештәр буйынса үткәрелгән саралар иң әһәмиәтлеһе булып ҡала. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Хөкүмәттең Координация комиссияһы ултырышында ла спортты, илһөйәрлекте нығытыусы проекттар хаҡында һүҙ булды. ГТО нормалары тураһында ла һөйләште кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән ағымдағы йылдың 11 айына һығымта яһалды.
– Республикала ГТО тапшырыу күренеше нығынып килә. Һәр район-ҡалала әлеге нормаларҙы тапшырыу өсөн үҙәктәр эшләп килә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә хатта икәү, Өфөлә дүрт үҙәк эшләп килә. Әйткәндәй, әлеге ҡалаларҙа быйыл “Спорт – йәшәү нормаһы” программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, быйыл 49 муниципалитетта ГТО спорт майҙансыҡтары ла сафҡа инде, – тип билдәләп үтте Ирек Хәйервара улы комиссия ултырышында.
Быйыл Башҡортостанда 375 кеше ГТО тапшырған, былтырғы менән сағыштырғанда, 40 меңгә күберәк. Етәксе белдереүенсә, хәҙер ГТО тапшырыуҙа байтаҡ ҡына үҙгәрештәр ҙә бар һәм яңы шарттар буйынса ауыл ерендә йәшәүсе спортсыларға күберәк иғтибар бирелә. Улай ғына ла түгел, мөмкинлектәре сикле булған граждандар норма тапшырыу өсөн дә төҙәтмәләр индерелә. Был йәһәттән норма алыу өсөн урындарҙағы инструкторҙарҙы хатта махсус рәүештә уҡытып алырға ла уйлайҙар.
– Киләсәк ныҡлы булһын өсөн беҙгә шул иҫәптән бөгөндән ГТО нормаларын тапшырырға күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, – тип билдәләп китте ултырыш аҙағында Ирек Сәғитов.
Фото: республика Хөкүмәте.