

29 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты, “Самбо өсөн” (“Za самбо”) федераль партия проекты координаторы Сергей Елисеев, шулай уҡ Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһының Бағыусылар советы ағзаһы Саркис Гогорян менән осрашты. Көн тәртибендә республикала ошо спорт төрөн үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
– Башҡортостанда балаларыбыҙҙы спортҡа йәлеп итеү мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән башланғыстарҙы хуплайбыҙ. Шуға ла “Самбо өсөн” проекты беҙҙе бик ҡыуандыра. Төбәктә спорт көрәше үҫешенә етди ҡарайбыҙ һәм, әлбиттә, партия башланғысын хуплаясаҡбыҙ. Өфөлә Көрәш һарайын төҙөй башланыҡ. Ул - Башҡортостанда ошондай объекттарҙың иң ҙуры. Төрлө көрәш дисциплиналары йүнәлешендә эшләйәсәк. Бынан тыш, унда самбо ярыштары һәм күнекмәләр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев “Самбо өсөн” партия проекты тураһында һөйләне. Ул мәктәптәрҙә, шулай уҡ илдең юғары уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла.
– Проект бөтә кимәлдәрҙә лә бик ҡыҙыҡлы, ул ватан спортын үҫтерергә мөмкинлек бирә. Һәм, әлбиттә, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләүгә етди өлөш индерә. Шуға ла беҙ уны төбәктәрҙә таратырға тырышабыҙ. Проектҡа Рәсәй Федерацияһының 78 төбәгенән 2,5 мең мәктәп ингән. Бынан тыш, дөйөм белем биреү учреждениелары араһында ярыштар үткәреү өсөн самбо мәктәбе лигаһын булдырҙыҡ, – тине Сергей Елисеев.
Осрашыуҙа республикала самбоның үҙәк мәктәбен булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Башҡортостан Башлығы был йүнәлеште төбәктең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең береһенә беркетергә тәҡдим итте.
Радий Хәбиров белдереүенсә, самбо “Спорт көрәше – мәктәптәргә” республика проекты йүнәлештәренең береһе була ала. Шулай уҡ ул 2023 йылда мәктәптәрҙе яңыртыу буйынса президент программаһы сиктәрендә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына унға яҡын уҡыу йортонда самбо күнекмәләре үткәреү өсөн майҙансыҡтар булдырырға ҡушты.
Икенсе йүнәлеш — самбо буйынса тренерҙар әҙерләү. Республика Башлығы төбәктең Спорт министрлығына Башҡортостан физик культура институты базаһында спорт уҡытыусыларын әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Самбо буйынса тренерҙар өсөн өҫтәмә гранттарҙы шулай уҡ “Ауыл тренеры” республика программаһы сиктәрендә биреү ҡараласаҡ.
– Әлбиттә, һеҙҙең менән бергә эшләргә һәм спорт саралары календарына самбоның төбәк-ара турнирын индерергә әҙербеҙ. Өфөлә юғары кимәлдә ойошторорбоҙ. Бынан тыш, күптән түгел самбо буйынса беренсе Бөтә Рәсәй “Йондоҙ” балалар турнирын үткәрҙек, унда илебеҙҙең 18 төбәгенән, шулай уҡ Белоруссиянан самбо менән шөғөлләнгән 700-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Килешкәндең барыһы ла мотлаҡ башҡарыласаҡ. Әкренләп булһа ла алға барасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru