Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Ғинуар 2023, 20:30

Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте

1 ғинуарҙа өфөләр 2023 йылдың тәүге рекордын ҡуйҙы.

Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте

1 ғинуарҙа “Вәғәҙәләр уҙышы”на баш ҡалала ике меңдән ашыу кеше сыҡты. Шулай итеп, Өфө ҡатнашыусылар һаны буйынса башҡа ҡалаларҙы, шул иҫәптән Мәскәүҙе лә уҙып китте.

Әүҙем йәшәү рәүешен яратыусылар стартҡа биш майҙансыҡта сыҡты: Ҡунаҡһарай янында, “Ҡашҡаҙан” паркында (тәүге 100 финишсы иҫтәлекле миҙалдар алды), “Дим” паркында, “Сағыу” биҫтәһендә һәм Еңеүҙең 50 йыллығы скверында.

Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша алды. ​ Күкрәккә тағыла торған һан эргәһенә яңы йылға маҡсатыңды яҙырға, һуңынан ойоштороусылар әҙерләгән дистанцияны йүгереп үтергә кәрәк ине.

Йола буйынса, Ҡунаҡһарайҙағы уҙыш иң күләмлеһе булды. Ҡарһылыуҙар, Ҡыш бабайҙар һәм йыл символдары кейемендә ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап 2023 метр йүгерҙе.

- Йола буйынса, өфөләр туғыҙынсы тапҡыр “Вәғәҙәләр уҙышы”нда осраша. Һеҙҙең теләктәрегеҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын, - тип ҡатнашыусыларҙы яңы йыл менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский ҡотланы.

Яңы йыл спорт ваҡиғалары марафоны 2 ғинуарҙа быйма кейеп хоккей буйынса ярыштар һәм 3 ғинуарҙа Өфөнөң барлыҡ райондарында үтәсәк “Күңелле ғаилә старттары” менән дауам итәсәк.

Фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Өфө Мәскәүҙе лә уҙып китте
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: