Бөгөн “Яңы йыл байрамдары” фестивале сиктәрендә, Ағиҙел йылғаһы ярында тау саңғыһы һәм уҡ атыу биатлоны үтте.
Ярышҡа республика ҡалаларынан һәм райондарынан уҡсылар килде. Уҙышта ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Ҡағиҙәләргә ярашлы, бөтә конкурсанттар таяҡһыҙ һунарсы саңғыларын, асаһыҙ һәм төҙәүһеҙ уҡтар файҙаланған.
Ҡатнашыусылар 1500 метр араны ваҡытҡа үтеп, өс сәпкә тейҙерергә тейеш ине.
Ир-егеттәр араһында еңеүселәр:
1-се урын – Нуриман Хәйруллин, Әбйәлил районы;
2-се урын – Фәрит Юлдашбаев, Өфө районы;
3-сө урын – Илназ Үҙәнбаев, Учалы районы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:
1-се урын – Зөһрә Сәфәрғолова, Ишембай ҡалаһы;
2-се урын – Венера Юлдашбаева, Өфө районы,
3-сө урын – Айгөл Ғәлиуллина, Белорет ҡалаһы.
Фото: социаль селтәрҙән.