Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев билдәле яҡташы Рөстәм Нәбиев менән осрашҡан. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифһендә уртаҡлашты.
– Яңы йыл байрамында яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев менән осраштым. Дуҫтарса һөйләшеп ултырҙыҡ, Африкалағы Килиманджаро түбәһенә күтәрелеүҙең нисек үтеүен ҡыҙыҡһынып тыңланым. Ул үҙенең пландары менән уртаҡлашты, уларҙың төп маҡсаттарының береһе – Көньяҡ Американың иң бейек түбәһен – Аконкагуаны яулау.
Рөстәмгә Саҡмағош районы флагын бүләк иттем. Уның был бейеклекте лә яуларына һәм тыуған районының флагын ғорурлыҡ менән күтәрәсәгенә ысын күңелдән ышанам һәм ғорурланам!
Рөстәмгә уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем. Беҙ барыбыҙ ҙа уға ышанабыҙ һәм ғорурланабыҙ!
Фото: vk.com