Континенталь хоккей лигаһының даими беренселеге уйындарының сираттағыһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ майҙанында “СКА” командаһын 5:1 иҫәбе менән ҡыйратты. Беренсе осор уйыны уртаһында уҡ “Салауат Юлаев” уйынсыһы Иван Дроздов, күпселектә уйнауҙы файҙаланып, иҫәпте асты. 23 йәшлек форвард был миҙгелдә 40 уйында 20 (10+10) мәрәй йыйҙы.
Икенсе осорҙа “Салауат Юлаев” дүрт минут эсендә тағы ике шайба индерҙе — тәүҙә Сергей Шмелёв, ә һуңынан Михаил Науменков. Сергей Шмелёв 45 уйында 36 (17+19) мәрәй йыйҙы һәм ул команданың иң яҡшы бомбардиры һәм снайперы булып ҡала. Михаил Науменков икенсе уйын рәттән шайба индерҙе, 44 уйында бөтәһе 18 (7+11) мәрәй йыйҙы.
Уйындың өсөнсө осоронда “СКА” командаһынан Андрей Педан беҙҙең ҡапҡаға шайба индереүгә өлгәште. Санкт-Петербург командаһы ҡапҡа һаҡсыһын алғандан һуң, Данил Алалыкин буш ҡапҡаға гол индерҙе, шулай уҡ Николай Кулемин да бындай мөмкинлекте уңайлы файҙаланды һәм тағы ла бер шайбаны дәғүәсе ҡапҡаһына индерҙе.
“Салауат Юлаев” 47 уйында 59 мәрәй йыйҙы һәм Көнсығыш конференцияһы таблицаһында дүртенсе урынға күтәрелде. “СКА” иһә 47 уйында 76 мәрәй йыйып, Көнбайышта беренсе булып тора. 8 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” командаһы “Металлург” менән осраша.
"Салауат Юлаев"ҡа уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Салауат Юлаев”тың “Бәйләнештә”ге төркөмөнән.