Спорт һәм туризм
7 Ғинуар 2023, 07:00

Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!

Ауыр һынауҙарҙы үтеп, кемдәр еңеү яуланы?

Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!
Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!

Әлеге мәлдә ҡар яуа, буран сыға, тип тормай хәйбуллалар: көн һайын тиерлек төрлө ярыштар үткәрәләр. Мәҫәлән, Байғусҡар ауылында күптән түгел "Хәйбулла батыры" тип аталған турнир ойошторолған.

Ярышта ҡатнашыуға 30-ҙан ашыу ир-егет теләк белдергән. Улар өсөн төрлө үҙенсәлекле, ауыр һынауҙар әҙерләнгән. Ҡатнашыусылар төрлө категорияларҙа еңеүсе булып танылған. Уларҙың барыһы ла "Хәйбулла батыры" тигән исемгә лайыҡ булған, иҫтәлекле бүләктәр алған.

Еңеүселәр:

10 йәшкә тиклемгеләр араһында - Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусыһы А. Билалов;

14 йәшкә тиклемгеләрҙән - Д. Сабитов (Аҡъярҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы);

17 йәшкә тиклемгеләрҙән - Н. Теләйев (Аҡъярҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы);

33 йәшкә тиклемгеләр араһында - Миңнур Нураев (Аҡъярҙағы янғын часы хеҙмәткәре).

Спорт ветерандары араһында беренсе урынды Риф Баймырҙин алған, унан бер балға ғына ҡалышып, Ғирфан Мәмбәтов икенсе булған.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!
Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!
Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!
Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!
Хәйбулла батырҙары өсөн буран юҡ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас