Хәйбулла районының Ивановка ауылында, йылдағыса, Ивановка ауылы биләмәһе башлығы кубогына волейбол ярыштары үтте.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйылғы ярыштар ауыл тарихында иң күләмлеһе булған. Был юлы бөтәһе һигеҙ команда ҡатнашҡан, уларҙың барыһы ла - Ивановкала тыуып үҫкән һәм шунда йәшәгән физкультура уҡытыусыһы Факил Сәхиулла улы Торомтаевтың тәрбиәләнеүселәре. Уйындар ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үткән. Көсөргәнешле һәм сәмле алышта түбәндәге командалар еңеү яулаған:
1-се урын - "Класташтар",
2-се урын - "Ветерандар",
3-сө урын - "Студенттар",
4-се урын - "Йәштәр".
Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусыларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған, барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Ауыл тормошонда матур күренешкә әйләнгән спорт байрамы йыл һайын уҙғарыла.
Фото "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән.