Оҙайлы күренгән Яңы йыл каникулдары күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Ул төрлө ваҡиғаларға, сараларға бай булды. Мәҫәлән, Белорет районының Әхмәр һәм Әзекәй ауылдары ир-егеттәре араһында яланда ҙур ат спорты байрамы – “Ҡанатлы ат” сабышы үтте.
Бәйгегә иң көслө һыбайлылар йыйылды. Республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән дә килделәр. Уҙыштарҙа бөтәһе утыҙ егет ҡатнашты.
– Бишенсе йыл рәттән ат сабышы үткәрәбеҙ. Уҙыштар “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабын йомғаҡлау мәленә тап килтерелә, унда Әзекәй ауылы ҡатнаша. Ат яратыу ҡандан килә, бигерәк тә башҡорттарҙа, – тип һөйләне Әзекәй ауыл Советы башлығы Нажиә Вәлиева.
Беренсе уҙышта биш һыбайлы ҡатнашты. Санаға егелгән аттарҙа ялан буйлап өс тапҡыр уранылар. Улар араһында Эдуард Зәбировҡа (Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы, Белорет районы) етеүсе булманы, икенселә – Сибәғәт Мөлөков (Әзекәй ауылы, Белорет районы), өсөнсөлә – Рәзиф Мәғәфүров (Әзекәй ауылы, Белорет районы).
1500 метр арауыҡта (йәш ярымға тиклем тиклемге төрлө тоҡомло аттар араһында) Әбйәлил районынан Илнар Таһиров “Алтынай” ҡушаматлы атында беренсе урын яулай, Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Винарис Вәлиев “Беспердель” ҡушаматлы атында – икенсе, ошо уҡ ауылдан Денис Хәбиров “Янтарь” ҡушаматлы атында өсөнсө була.
3600 метр арауыҡҡа өс йәшкә тиклемге аттар уҙышты. Был дистанцияла Силәбе өлкәһенән Сергей Әхмәтов “Золотой” ҡушаматлы атында беренсе булып финиш һыҙығына үтте, Учалы районынан Динар Фазлетдинов “Мэйбл” ҡушаматлы атында – икенсе, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Әҡсән Юлышев “Гром” ҡушаматлы атында өсөнсө килде.
Төрлө йәштәге аттарҙа 4800 метр арауыҡҡа уҙышта Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Денис Хәбиров “Ялҡын” ҡушаматлы атында беренсе урын алды, Ҡырмыҫҡалы районынан Владислав Юлыбаев “Ғәзим” ҡушаматлы атында – икенсе, Әбйәлил районынан Илнар Таһиров “Сапсан”ында өсөнсө булып финиш һыҙығына үтте.
6000 метр алыҫлыҡта яҡшыртылған башҡорт тоҡомо аттарында Учалы районынан Илнур Хисмәтов “Майҙан” ҡушаматлы атта еңеүгә өлгәште, Баймаҡ районынан Рәзиф Әхмәров “Шейх” ҡушаматлы атта – икенсе, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Эдуард Зәбиров “Буян” ҡушаматлы атта өсөнсө урынды алды.
Иң ҙур арауыҡта – 8400 метрға уҙышта – Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Винарис Вәлиев “Бәйге” ҡушаматлы атта иң яҡшыһы саптар булып сыҡты. Был арауыҡта Учалы районынан Динар Фәхлетдинов “Сармат” ҡушаматлы атта – икенсе, Белорет районының Әзекәй ауылынан Рәзиф Мәғәфүров “Шоңҡар” ҡушаматлы атында өсөнсө урын яуланы.
– Халҡыбыҙҙың милли спорт төрө - ҡышҡы ат сабышы уҙҙы. Тирә-яҡ балаларҙың шат тауышына күмелде, самауырҙар ҡайнай, ҡаҙанда инәйҙәр аш бешерә, дәртле йырҙар байрамға йәм өҫтәне. Клубта эшләгән ҡыҙҙарыбыҙ Резеда менән Илсиә балалар өсөн уйындар әҙерләгәйне. Улар ике командаға бүленеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Уҡ атып ҡарарға теләүселәр, балалар күп булды, Илнур Әхмәтшинға рәхмәт. Беҙ ҙә, балаларҙан ҡалышмай, уҡ атып ҡыуандыҡ. Килгән ҡунаҡтар йырлап-бейеп күңел асты, балалар тәмлекәстәр алып, ҡыуанып таралышты. Ошо ҙур сараны ойошторған Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Нажиә Денислам ҡыҙына ҙур рәхмәт. Һәр ваҡыт шулай берҙәм, бергә, әүҙем булайыҡ, - тип уртаҡлашты Гөлшан Ғәйфуллина.
Игорь Калугин һәм Дарья Мосалева фотолары, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль төркөмөнән алынды.