Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Ғинуар 2023, 20:30

Баймаҡтарға етеүсе булманы

Иптәштәрсә осрашыуҙар дуҫлыҡты нығыта, дәртләндерә, сәләмәт йәшәү өсөн яҡшы өлгө булып тора.

Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы

Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы сиктәрендә Йылайыр ауылында Баймаҡ ҡалаһы һәм Йылайыр районы командалары араһында хоккей буйынса иптәштәрсә уйын уҙҙы.

Хоккей миҙгеле башланыу менән спортсылар менән көйәрмәндәрҙе урындағы хакимиәттең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса бүлек начальнигы Ф.Ф. Әбделмәнов, Йылайыр ауылы биләмәһе башлығы А.Г. Годуленко, 78-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Г.А. Әбүбәкеров, спорт ветераны Сәлмән Һөйөндөков ҡотлап, уңыштар теләне. Һыуыҡ көндә боҙҙа дәрт-дарман ҡайнаны. Электән ярыштарҙа бергә йөрөгәс, хоккейсылар бер-береһе менән таныш, әлеге сара дуҫлыҡты тағы ла нығытты. Уйындың тәүге минуттарынан алып ҡунаҡтар тиҙлектә лә, техникала ла үҙ өҫтөнлөктәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Баймаҡ ҡалаһының йыйылма командаһы еңеү яуланы.

Бүләкләү тантанаһында командаларға кубок, бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ турнирҙың иң яҡшы уйынсылары билдәләнде: Илшат Иҙелбаев (Баймаҡ ҡалаһы), Һаҙый Ишкилдин (Йылайыр районы) һәм Раян Арыҫланов (Баймаҡ ҡалаһы).

Һис шикһеҙ, иптәштәрсә осрашыуҙар дуҫлыҡты нығыта, дәртләндерә, сәләмәт йәшәү өсөн яҡшы өлгө булып тора. Ҡыш аҙағына тиклем төрлө кимәлдәге бихисап ярыштар үткәрелер, хоккейсыларыбыҙ юғары оҫталыҡ күрһәтер һәм яңы спорт уңыштарына өлгәшер, тип ышанабыҙ.

Евгений Венедиктов фотолары.

Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Баймаҡтарға етеүсе булманы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: