“Торос” хоккей клубы Петербургта Юғары хоккей лигаһы регуляр чемпионатында “Динамо” хоккей клубы менән осрашты.
Матч башында ике гол индерелде. Беренсеһен боҙ хужаларынан Андрей Сигарев сәпәне, икенсеһенең хужаһы - “Торос”тан Виталий Каменев. Иҫәп 1:1 булды.
Икенсе осорҙа Егор Дубровскийҙың пасы тағы Виталий Каменевҡа гол индерергә булышлыҡ итте (1:2). Тик “Динамо”нан Андрей Пибыльский иҫәпте йәнә тигеҙләне: 2:2.
Матчтың 33-сө минутында “Торос”тан Никита Асылаев хужалар ҡапҡаһына гол индерҙе (2:3). Тик һуңғы уйын осоронда шайба йәнә беҙҙең команда ҡапҡаһына эләкте. 57-се минутта Илдар Абдеев “Торос”ты алға сығарҙы (3:4), һуңғараҡ Иван Манин команда өсөн йәнә бер шайба индерҙе (3:5).
Шулай итеп, быйыл беренсе уйынында “Торос” еңеү яуланы. 11 ғинуарҙа ул Санкт-Петербургта “СКА-Нева” менән осраша. 13 ғинуарҙа команда Төмәндә - “Рубин”, 15 4инуарҙа Ханты-Манскиҙа “Югра” менән уйнай.
Фото: Юғары хоккей лигаһы.