“Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғинуар – ноябрҙә 1,7 миллион туристик сәфәр ҡылынған. Был күрһәтекс буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында дүртенсе һәм Рәсәй Федерацияһында 14-се урынды биләй. 2023 йылда туристик сәйәхәттәрҙең ике миллионға тиклем артыуы күҙаллана.
– Былтыр төбәк туризм тармағын социаль, ваҡиғалар, сәнәғәт, этнотуризм кеүек бер нисә йүнәлештә үҫтереү йәһәтенән ҙур аҙым яһаны. Туристик инфраструктураны үҫтереү, ошо маҡсатҡа федераль аҡса йәлеп итеү буйынса күп эш башҡарылды. Сифатлы һәм конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған туристик продукт булдырыу һәм уны үҫтереү өсөн әкренләп, эҙмә-эҙлекле шарттар тыуҙырабыҙ, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Республикала туристарҙы 580 коллектив урынлаштырыу сараһы (КСР): ҡунаҡхана, шифахана һәм профилакторийҙар, глэмпингтар һ.б. бар. 2022 йылдың 11 айында Башҡортостанға килгән 1,16 миллион ҡунаҡ уларҙың хеҙмәтенән файҙаланған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәй Федерацияһында туғыҙынсы урынды биләй.
Былтыр 11 айҙа республиканың шифахана-курорт ойошмалары 224 мең кешене ялға ҡабул иткән. Курорттарға ихтыяж йәһәтенән республика Волга буйында алдынғылыҡты, ә Рәсәйҙә бишенсе урынды яуланы. Быйыл шифаханаларыбыҙ 290 меңгә тиклем кешене ҡабул итергә ниәтләй.
2022 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем туризм өлкәһендә 12,6 миллиард һумлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәтелгән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урында бара. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, үҫеш 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 26,3 процент тәшкил итә.
Бөгөн әүҙем ял яратҡандар өсөн төрлө ҡатмарлылыҡтағы трассалары булған 14 тау саңғыһы курорты эшләй. Төбәктең боронғо тарихы һәм йолалары менән танышырға теләгәндәр, мәҙәни ял һәм ғаилә менән ял итеү өсөн 1750-гә яҡын туристик маршрут әҙерләнгән.
Башҡортостан проекттары “Йыл маршруты-2022” Рәсәй туристик премияһы лауреаты булды. Финалда 296 проект ҡатнашты, шуларҙың 45-е – Башҡортостандан. Һөҙөмтәлә 20 туристик маршрут лауреат булды һәм туғыҙы конкурстың төп бүләген яуланы.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19929
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19929