“Салауат Юлаев” хоккей клубы Фонбет Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатының 17-се аҙна һөҙөмтәләре буйынса континенталь хоккей лигаһының беренсе баҫҡысына күтәрелде.
Шуныһы һөйөнөслө: “Салауат Юлаев” командаларҙың көс индексы буйынса лидеры тип танылды. Быға тиклем был урында Ярославлдең “Локомотив” командаһы ине.
10 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Динамо” командаһы менән осрашты. Матч “Динамо” командаһы файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Юлаевсыларҙан Данил Аймырҙин менән Николай Кулемин, мәскәүҙәрҙән Максим Джиошвили, Владислав Ефремов һәм Якоб Лилья – гол хужалары. Шулай итеп, Рәсәй баш ҡалаһы командаһына үҙ боҙо уңыш килтерҙе. 49 уйындан һуң “Динамо” Көнбайыш конференцияһында бишенсе урынды биләй, “Салауат Юлаев” иһә Көнсығыш конференцияһында бишенсе урында.
Йәштәргә килгәндә, беҙҙең “Торос” хоккей клубы Санкт-Петербургта Юғары хоккей лигаһы регуляр чемпионатында “Динамо” хоккей клубы менән осрашты. Матч башында ике гол индерелде. Беренсеһен боҙ хужаларынан Андрей Сигарев сәпәне, икенсеһенең хужаһы – “Торос”тан Виталий Каменев. Иҫәп 1:1 булды.
Икенсе осорҙа Егор Дубровскийҙың пасы тағы Виталий Каменевҡа гол индерергә булышлыҡ итте (1:2). Тик “Динамо”нан Андрей Пибыльский иҫәпте йәнә тигеҙләне: 2:2.Матчтың 33-сө минутында “Торос”тан Никита Асылаев хужалар ҡапҡаһына гол индерҙе (2:3). Тик һуңғы уйын осоронда шайба йәнә беҙҙең команда ҡапҡаһына эләкте. 57-се минутта Илдар Абдеев “Торос”ты алға сығарҙы (3:4), һуңғараҡ Иван Манин команда өсөн йәнә бер шайба индерҙе (3:5).
Шулай итеп, быйылғы беренсе уйын “Торос”тың файҙаһына тамамланды. 11 ғинуарҙа ул Санкт-Петербургта “СКА-Нева” менән осрашты. Бөгөн команда Төмәндә – “Рубин”, 15 ғинуарҙа Ханты-Мансиҙа “Югра” менән уйнай.
Айһылыу НИЗАМОВА