Быйыл Башҡортостандың Спорт министрлығына 100 йыл тула. Ведомствоның бер быуатлыҡ тарихы 1923 йылдың 17 июлендә башлана. Тап ошо көндө Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы тарафынан Физик культура һәм спорт юғары советы барлыҡҡа килә.
Ойошманың беренсе етәксеһе Бәләбәйҙә тыуып үҫкән, өс һуғышта ҡатнашҡан 24 йәшлек Али Тереғолов була, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Бер быуат эсендә республикала әллә күпме спортсылар әҙерләнгән. Уларҙың күбеһенең исем-шәрифтәре донъя спорт йылъяҙмаһына индерелгән. Төрлө спорт төрҙәре буйынса меңләгән миҙалдар яуланған, әллә күпме призлы урындар алынған. Бөгөн дә физик культура һәм спорт – илдең киләсәген билдәләгән майҙансыҡтарҙың береһе.
Әйтәйек, Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, ауылдарҙа эшләгән 100-ҙән ашыу тренерға торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү мөмкинлеге булдырылды.
Тағы республикала тәүге тапҡыр күмәк кеше ҡатнашлығында физкультура сараларын уҙғарыу өсөн яңы гранттар барлыҡҡа килде. Өфө халыҡ-ара марафоны ла ошо конкурста еңеп сыҡты.
Әйткәндәй, республикала төрлө кимәлдәге спорт саралары даими үткәрелә. Былтыр VIII Өфө халыҡ-ара марафонында биш меңдән ашыу кеше ҡатнашты. “Геройҙар уҙышы” хаҡында әйтеп тораһы түгел. Күптәр үҙ итте был бәйгене.
Башҡортостанда 2 миллион 190 мең кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Республиканың Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был – республика халҡының 54,3 проценты.
Спорт ҡоролмалары буйынса Башҡортостан, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урынды биләй. Йыл һайын “Спорт ун көнлөгө”, “Өмөтөбөҙ боҙо”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты”, “Олимпия көнө” кеүек 15 меңдән ашыу тематик сара ойошторола. Бынан тыш, 2022 йылдан вуздар араһында Башҡортостан Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада үткәрелә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн 663 ойошма, шул иҫәптән дүрт федерация эшләй. Ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәген асыу ҙа мөһим ваҡиғаға әйләнде. “Бөгөн яңы спорт комплексының йылы, уңайлы, иркен һәм яҡты залдарында бер мең тирәһе бала төрлө йүнәлеш буйынса күнекмәләр үткәрә. Көн һайын 400 кеше була”, – тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.
Быйылдан ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсыларға һәм тренерҙарға Радий Хәбировтың стипендиялары түләнәсәк. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан “Спорт көрәше – мәктәптәргә” федераль программа өсөн пилот проектына әүерелде. Уға 83 дөйөм белем биреү ойошмаһы һәм туғыҙ меңгә яҡын уҡыусы йәлеп ителгән. 2024 йыл аҙағына тиклем мәктәптәр һанын 200-гә тиклем арттырмаҡсылар.
Айһылыу НИЗАМОВА