Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Ғинуар 2023, 15:49

Иң яҡшы спорт мәктәбе – беҙҙә!

телеграм-канал минспорта Башкортостана
Фото:телеграм-канал минспорта Башкортостана

 Стәрлетамаҡтағы 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды.

 Республикабыҙҙың белем биреү мәктәбе физкультура-спорт йүнәлешендәге өҫтәмә белем биреү ойошмалары араһында 2021–2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.

Шулай итеп, Стәрлетамаҡ мәктәбе “Өс һәм унан күберәк спорт төрҙәре буйынса өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырған иң яҡшы муниципаль ойошма” номинацияһында беренсе урынға сыҡты.

Әйткәндәй, Башҡортостандың Спорт министрлығы республика балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, спорт мәктәптәре, Олимпия резервы спорт мәктәптәре араһында “Иң яҡшы спорт мәктәбе” конкурсын иғлан итте. Был сарала еңеп сығыусыларҙы, призлы урындарҙы яулаусыларҙы 2023 йылда министрлыҡтың һығымталар яһау коллегияһы кәңәшмәһендә бүләкләйәсәктәр.

Конкурс материалдарын 27 ғинуарға тиклем Спорт министрлығының Спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығына (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, икенсе ҡат, 4-се бүлмә) тапшырырға кәрәк. Спорт мәктәптәренә бәйләнеш өсөн телефон: 218-02-93 (Тимофеева Инна Александровна).

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: