Спорт һәм туризм
13 Ғинуар 2023, 10:34

Килегеҙ, саңғы шыуығыҙ!

БР Спорт министрлығы.БР Спорт министрлығы.
Фото:БР Спорт министрлығы.

Яңы йыл – үҙенә күрә сихри, мажаралы, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай осор. Тап ошо ваҡытта республикала йәшәгәндәр өсөн төрлө саралар үткәрелә.

Быйыл Башҡортостандағы 3500-гә яҡын кеше “Ҡышҡы тарарам” тип исемләнгән ғаилә ялында ҡатнашты. Шулай итеп, Яңы йыл каникулы ваҡытында иң әүҙем ғаиләләр 2023 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған Ғаилә ялына йыйылды. Был сара ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Яңы йыл каникулы – әүҙем ял итеү өсөн иң ҡулайлы осор. Тап шуның өсөн дә Ғаилә ялында ҡатнашыусыларҙы төрлө спорт эстафеталары, конкурстар, бейеү флэшмобы, шулай уҡ йылы сәй көтә ине. Спорт яратыусылар өсөн тағы Өфөлә “Раштыуа саңғы юлы” ойошторола. Ул иртәгә М. Ғафури исемендәге паркта үткәрелә. Сара 11 сәғәттә башлана.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас