Бөгөн, 14 ғинуарҙа, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының даими миҙгеленең өйҙәге унынсы серияһының тәүге уйынын үткәрҙе һәм Владивостоктан “Адмирал” менән уйнаны.
Уйын алдынан көйәрмәндәр һәм командалар бер минут тынлыҡ менән Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Көйәрмәндәргә Мортаза Рәхимовтың хоккейҙы яратыуын һәм уның Башҡортостанда үҫешенә күп өлөш индереүе хаҡында иҫкә төшөрҙөләр. Уның ваҡытында Салауат Юлаев Рәсәй чемпионы була.
Был уйынға Рәсәй геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Достовалов исемендәге Башҡорт батальондары хәрбиҙәре килде. Әлеге көндәрҙә улар республикала реабилитация үтә, шунан һуң махсус хәрби операция зонаһына кире юлланасаҡ. Яугирҙәр уйынды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡараған махсус урындан күҙәтте.
Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов яугирҙәрҙең күптәре хоккей матчына беренсе тапҡыр килеп ҡарауҙары тураһында “Башинформ” агентлығына һөйләгән һәм Башҡортостан етәкселегенә, өлкә һаулыҡ һаҡлау министрлығына республиканың медицина учреждениеларында реабилитацияны дауам итеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдергән.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтемде белдерәм, уның менән 12 ғинуарҙа осраштыҡ. Уға хоккейға барабыҙ тинем. Ул миңә: “Барығыҙҙы ла саҡырам, мөмкинлеге булғандарҙың барыһын да уйынға алып кил”, – тине. Егеттәр ҡыуанды, уларҙың күбеһе матчҡа тәүге тапҡыр килде, – тине Алик Камалетдинов.
Беҙҙең яугирҙәрҙе “Салауат Юлаев” командаһы ла ҡыуандырҙы – 2:0 мәрәй менән дәғүәселәрен ҡыйраттылар. Сергей Шмелёв һәм Александр Хмелевский “Адмирал”дың ҡапҡаһына берәр шайба индерҙе.
16 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашасаҡ.
Фото: “Башинформ”.