Күптән түгел яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең Африкала иң бейеге булған Килиманджаро тауы түбәһенә (5895 метр) менеүе хаҡында хәбәр итеп, күп тә үтмәй уның Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһен яулау өсөн йәнә оло сәфәргә сығыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Һүҙ Аргентина провинцияһында урынлашҡан Анд тауҙарының иң бейек Аконкагуа түбәһе хаҡында бара.
Өфө блогеры үҙ сәхифәһендә төркөмдөң климат үҙгәрештәренә яраҡлашыуы хаҡында яҙҙы. Улар 2350 метр бейеклектәге беренсе тау приютында төн үткәреп, киләһе нөктәгә — яҡынса 3150 метрҙа урынлашҡан лагерға күскәндәр.
"Ҡулдарҙа уның түбәһенә беренсе булып күтәрелгән кеше мин булырмынмы? Быны бер-ике аҙнанан белербеҙ. Кисә машинала тирә-йүндәге матурлыҡты ҡарап йөрөнөм. Һәм ҡапыл уйға ҡалдым: Рөстәм, был Анд! Анд тауҙары!!! Мин был тауҙарҙы мәктәптә, география дәреслектәрендә генә күрҙем. Мин уларҙы биҙәп, контурлы картаға тамғаланым. Күп йылдар үткәс, унда менермен тип кем уйлаған.
Ете йыл элек реанимацияла ятҡанда мөһим ҡарар ҡабул итеүемә – ошо ғүмер өсөн көрәшеүемә шатмын! Ә бына һөҙөмтәһе лә", — тип фекерен уртаҡлашҡан Рөстәм.
Рөстәм Нәбиевтең был аҙымын хупламаусылар ҙа юҡ түгел, тап ундайҙарға блогер үҙенең телеграм-каналында былай тип белдерә: "Бейеклектәр яулауым менән бер кемгә лә бер нимә лә иҫбатларға теләмәйем. Миңә был оҡшай, бик илһамландыра, үҙемдең эске ҡеүәтемде, характерымды аса. Тауҙарҙы еңеп, мин үҙемде еңәм”.
Афарин, Рөстәм! Яңы тауҙар, яңы бейеклектәр яңы ҡанаттар ҡуйһын, илһам килтерһен! Имен-һау ғаиләңә, тыуған яғыңа әйләнеп ҡайт!
Фото: "Башинформ".