Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашты.
Матчтың беренсе осоронда ике команда ҡапҡаһына ла шайба индерелмәне. Тик бына ҡунаҡтарҙан Егор Яковлев, Эдди Паскуале һәм Егор Коробкин штрафсылар эскәмйәһенә оҙатылды. Юлаевсыларҙан Райан Мерфи ғына бындай хәлгә тарыны. Икенсе осорҙа “Салауат Юлаев” командаһы иҫәпте асты (Иван Дроздов).
Өсөнсө миҙгелдә иҫәп 1:1 тип тигеҙләнде. Уйындың 50-се минутында “Металлург”тан Филипп Майе командабыҙ ҡапҡаһына бер гол сәпәне, ике минуттан ул тағы бер гол индерҙе. Һөҙөмтәлә иҫәп “Металлург” файҙаһына 1:3 булды. Тағы ике минуттан һуң, юлаевсыларҙан Николай Кулемин ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайбаны “оҙатты”. Әммә матч аҙағына тиклем иҫәп үҙгәрмәне һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙға бөгөн еңеү эләкмәне.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.