Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Ғинуар 2023, 13:30

Ил төбәктәренән киләсәктәр

Түбәндәге яҙмала күрһәтелгән һылтанма буйынса теркәлгән һәр ҡунаҡ бүләк аласаҡ

Ил төбәктәренән киләсәктәр
Ил төбәктәренән киләсәктәр

28 ғинуарҙа Ғафури районындағы “Красноусол” шифаханаһында төбәк-ара “Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” була. Сараның спорт өлөшөндә “Мәргән уҡсы”,  “Бәйге” ярыштары, шулай уҡ Бөрө уҡсыларының “Рус уйындары” үткәрелә.

“Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән командалар, барлығы 150 ҡатнашыусы ярышасаҡ, - тип хәбәр итте фестивалде ойоштороусы, “Тархан” туристик операторы етәксеһе Илдар Бикҡужин. – Яҡынса  500 кеше килер, тип көтәбеҙ. Бынан тыш, тотош ил туристик тармағы вәкилдәре ҡатнашасаҡ, улар Өфө, Башҡортостан менән таныша, фестивалде ҡарай, крайыбыҙ тәбиғәтен, милли йолаларын, аш-һыуҙы өйрәнәсәк”.

Сарала “Бишбармаҡ” кулинар студияһы streer-food форматындағы бишбармаҡты күрһәтә. Студия етәксеһе Венера Тикҡужинаның әйтеүенсә, мөмкин тиклем күберәк кешене башҡорт аш-һыуҙары менән таныштырмаҡсылар.

Фестивалдә ҡатнашыу бушлай. Ойоштороусылар күпме кешенең сарала ҡатнашыуын күҙаллау өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлеүҙе һорай: https://forms.yandex.ru/u/6398a34973cee708cd4559f3/. Һәр теркәлгән ҡунаҡ бүләк аласаҡ.

Барыһы тураһында ла тулыраҡ: https://vk.com/zilimfest.

Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан тормошҡа ашырыла.

Фото: bashkortostan.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: