16 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” командаһы Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашты.
Матчтың беренсе осоронда ике команда ҡапҡаһына ла шайба индерелмәне. Тик бына ҡунаҡтарҙан Егор Яковлев, Эдди Паскуале һәм Егор Коробкин штрафсылар эскәмйәһенә оҙатылды. Юлаевсыларҙан Райан Мерфи ғына бындай хәлгә тарыны. Икенсе осорҙа “Салауат Юлаев” командаһы иҫәпте асты (Иван Дроздов).
Өсөнсө осорҙа иҫәп тигеҙләнде. Уйындың 50-се минутында “Металлург”тан Филипп Майе командабыҙ ҡапҡаһына бер гол сәпәне, ике минуттан ул тағы бер гол индерҙе. Һөҙөмтәлә иҫәп “Металлург” файҙаһына 1:3 булды. Тағы ике минуттан һуң, юлаевсыларҙан Николай Кулемин ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайбаны “оҙатты”. Әммә матч аҙағына тиклем иҫәп үҙгәрмәне һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙға еңеү эләкмәне.
18 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән осрашты. Тик был матч та командабыҙ файҙаһына булманы. Беренсе осорҙа иҫәпте юлаевсыларҙан Алексей Пустозёров асты. Тик боҙ хужалары Александр Радулов менән Артем Лукоянов “Аҡ Барыҫ”ҡа еңеү килтерҙе.
– Уйынды яҡшы ғына башлағайныҡ. 38 минут дөрөҫ уйнаныҡ. Кәрәк булғанда, һөжүм иттек, аҙаҡ инде хаталандыҡ, – тип белдерҙе “Салауат Юлаев” командаһының баш тренеры Виктор Козлов.
“Салауат Юлаев” командаһы Көнсығыш турнир таблицаһында алтынсы урынды биләй.
Айһылыу НИЗАМОВА