Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Ғинуар 2023, 21:42

Мәскәү спортсыларын артта ҡалдырҙы

mixyfotos.ru
Фото: mixyfotos.ru

Яҡташыбыҙ Антон Бабиков Рыбинскиҙа Рәсәй PARI кубогы спринтында еңеү яуланы һәм ил чемпионы тип танылды.

Белеүебеҙсә, Мәскәү өлкәһендә Рәсәйҙең биатлон буйынса кубогының бишенсе этабы булды. 2017 йылда ир-егеттәр араһында чемпион тип танылған, дүрт тапҡыр Европа һәм дүрт тапҡыр Европа чемпионаттарында призлы урындарға сыҡҡан Антон Бабиков Мәскәү спортсылары Кәрим Хәлили менән Матвей Елисеевты уҙҙы.

Ниндәй ҙә булһа спортсы уңыш-ҡаҙанышҡа өлгәшә икән, бында уның остазының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Биатлонсы Антон Бабиковтың тренеры – Виктор Никитин. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән уға – биатлон буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе директорына – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Өҫтәүенә, Виктор Никитин – Башҡортостандың биатлон буйынса йыйылма командаһы (юғары спорт оҫталығы һәм спорт оҫталығын камиллаштырыу) тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Уның тәрбиәләнеүселәрен донъя кимәлендә таныйҙар. Улар араһында Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған Максим Чудов, былтыр Пекинда уҙғарылған Олимпия уйындарында өс тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған, биатлон буйынса донъя беренселегендә – бронза, Европа чемпионатында көмөш миҙал хужаһы Эдуард Латипов һәм башҡалар бар.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас