28 ғинуарҙан ял көндәрен Әбйәлил, Белорет райондарының матур урындарында үткәрергә теләгән Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе халҡы "Яҡтыкүл", "Абҙаҡ" тау саңғыһы үҙәктәренә уңайлы барып етә ала.
Билдәле булыуынса, уҙған йылдың 17 декабренән һәр шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә "Урал легендаһы" рельс автобусы йөрөй, ул тау саңғысыларын "Абҙаҡ" тау саңғыһы үҙәгенә тиклем ташый. Транспорт сараһы шулай уҡ байрам көндәрендә Өфөнән Яңы Абҙаҡҡа һәм кире яҡҡа - Өфө аша Шаҡша станцияһына тиклем бара.
28 һәм 29 ғинуарҙа туристик поезд маршруты Магнитогорскиға хәтлем оҙайтыла - был Ташбулат станцияһына барып етергә мөмкинлек бирә, унда "Яҡтыкүл"гә тиклем бушлай трансфер көтә. Поезд пассажирҙарын "Абҙаҡ" тау саңғыһы үҙәгенә ҡәҙәр алып барыу өсөн Яңы Абҙаҡтан трансфер ойошторола.
"Урал легендаһы" поезында саңғылар өсөн махсус секция, сымһыҙ интернет системаһы, биобәҙрәфтәр бар. Тау саңғыһы инвентарын ташыу бушлай.
"Урал легендаһы"на билеттарҙы мобиль ҡушымта аша ла, ҡәҙимгесә тимер юл кассаһы, терминал аша ла алып була. Уҡыусыларға, студенттарға 50 процент ташлама бар. Башҡортостан ерендә мобиль ҡушымта аша билет алыусыларға 18 процентҡа хәтлем ташлама ҡаралған.
Поездың расписаниеһы түбәндәгесә:
7481/7482-се поезд : Өфө (07.08 сәғәттә) – Яңы Абҙаҡ (килә - 13.13, ҡуҙғала - 13.23) – Ташбулат (килә - 13.45, ҡуҙғала - 13.46) – Магнитогорск (килә - 14.13);
7483/7484-се поезд: Магнитогорск (ҡуҙғала - 16.15) – Ташбулат (килә - 16.56, ҡуҙғала - 16.57) – Яңы Абҙаҡ (килә - 17.20, ҡуҙғала - 17.25) – Өфө (килә - 23.17). Урындағы ваҡыт менән.
Трансфер:
Ташбулат станцияһының пассажирҙар өсөн платформаһы эргәһендә урынлашҡан майҙансыҡтан 28 һәм 29 ғинуарҙа 13.56 сәғәттә юлға сыға. "Яҡтыгүл"гә 14.25-тә килеп етә. Ташбулат тимер юл станцияһына тиклем кире барыуға 16.10 сәғәттә ҡуҙғала. Урындағы ваҡыт менән күрһәтелгән.
Текст, фото сығанағы: pravitelstvorb.ru