"Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комлексында Башҡортостан суд системаһының 100 йыллығына арналған спорт сараһы үтте. Йөҙҙән ашыу судья, һөнәри кейемен спорт костюмына алыштырып, саңғыла уҙышырға сыҡты.
"Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, спорт сараһында республиканың тиҫтәләгән ҡала һәм райондарынан вәкилдәр ҡатнашҡан. Улар араһында эшләп йөрөгән, отставкала булған судьялар, суд хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары булған.
Саңғысылар бергәләп тә, айырым да шыуған, эстафетанан һуң уҙышыуҙың төрлө төрөндә, төрлө йәш категорияларында ла көс һынашып ҡараған, күмәк стартҡа ла баҫҡан. Быныһы инде сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө булғандыр.
Текст resbash.ru сайтындағы мәғлүмәт буйынса әҙерләнде.
Альберт Заһиров фотолары.